Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

Йәш ғаиләләргә 300 мең һум түләү түләү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелә - Рөстәм Хәмитов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Тура элемтә барышында Рөстәм Хәмитовҡа залдан һорау бирҙеләр. «Асҡарҙа йәшәгән күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар бала табыу өсөн күрше Магнитогорск ҡалаһына бара. Әлеге положение буйынса улар был льгота менән файҙалана алмай, сөнки законда ҡаралғанса, бала республика биләмәһендә донъяға килгән осраҡта ғына ғаилә 300 мең һумға дәғүә итә ала. Был хәл үҙгәрерме?» — тип һораны Әбйәлил районын килгән адвокат.

«Программа былтыр башланды, ул ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Торлаҡҡа сиратта торған ғаиләгә тәүге балаһы өсөн 300 мең һум аҡса бирелә. Уны ипотекаға иғәнә, төҙөлөш материалдарын һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин. Программала хаталар һәм етешһеҙлектәр бар ине, аҡса ала алмаған кешеләрҙән байтаҡ хаттар килде. Һеҙҙең проблемағыҙ хәл ителер. Иң мөһиме, бала республикала пропискала торор. Үҙгәрештәр индерелде. Әле беҙҙә биш меңдән ашыу ғариза бар, улар эшкәртелә. 2019 йылдың аҙағына ошо программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителеүе ихтимал. Тимәк, алты меңдән ашыу сабый донъяға килә тигән һүҙ. Атай кеше республикала пропискала тормаған ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт иткән осраҡтар булды. Ләкин бала — беҙҙеке. Бындай ғаилә лә аҡса алырға хоҡуҡлы», — тип ышандырҙы төбәк башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1147125-v-programmu-po-vyplate-molodym-semyam-300-tysyach-rubley-budut-vneseny-korrektivy-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть