Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡала халҡын Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына «Өфө йүкәләре» йыр фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләрҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Өфө йүкәләре» йыр фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар. Сара 2018 йылдың апреленән майға саҡлы үтә.

Фестивалдә репертуарында Өфө хаҡында йыры булған башҡарыусылар ҡатнаша ала. Фестивалгә Өфө ҡалаһының тарихы, уның үҙенсәлеге, тарихи һәм иҫтәлекле урындары, ҡала халҡына хас төп һыҙаттары сағылған төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге йырҙар тәҡдим ителә.

Сара ике йәш категорияһы (14 йәшкәсә һәм 14 йәштән өлкәнерәк) араһында һәм ике номинацияла уҙғарыла: «Өфө хаҡында иң яҡшы башҡарыу» (профессиональ башҡарыусылар), «Өфө хаҡында иң яҡшы башҡарыу» (һәүәҫкәр башҡарыусылар).

Фестивалде ойоштороусылар – Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы. Ғаризалар 30 апрелгә саҡлы фестивалде ойоштороу комитеты адресына (Октябрь проспекты, 114/1) ҡабул ителә.

Телефон: (347) 279-06-38.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть