Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.25 ↓

EUR 72.79 ↓

17 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләренең датаһы билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда һуңғы ҡыңғырау байрамдары һәм сығарылыш кисәләренең датаһы билдәләнде. Мәҫәлән, туғыҙынсы класс уҡыусыларының «һуңғы ҡыңғырау» байрамы — 24 майҙа, 11 класты тамамлаусылар өсөн 25 майҙа була. Ун беренсе класс уҡыусыларына аттестат тапшырыу һәм сығарылыш кисәләре 23 июндә берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен алғандан һуң ойошторола. Туғыҙынсыларға аттестат тапшырыу көнөн һәр муниципалитет үҙе билдәләй.

Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында ла сығарылыш уҡыусыларының Яҙғы балы уҙа. Ошо ҙур байрамдың датаһы әлегә билдәләнмәгән.

Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, әлеге сараларҙы үткәргәндә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырым иғтибар биреү ҡарала. Әлеге ваҡытта барлыҡ райондарға эске эштәрҙең территориаль бүлексәләре етәкселәренә тантаналы линейкалар һәм сығарылыш кисәләренең графигын ебәрергә тәҡдим ителгән. Был бөтә ерҙә лә мөһим ойоштороу мәсьәләләрен әҙерләү өсөн кәрәк.

Быйыл республикала 18 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тамамлай.

http://www.bashinform.ru/news/1146986-v-bashkirii-opredeleny-daty-provedeniya-poslednikh-zvonkov-i-vrucheniyaattestatov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть