Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Пландар ҙур һәм беҙ уларҙы атҡарып сыға алырбыҙ – Рөстәм Хәмитов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү 2017 йыл йомғаҡтарын тикшереүҙән башланды. «Хәтерегеҙгә төшөрәм, республика сәнәғәт производствоһы, бюджет өлкәһендә һәйбәт эшләне. Аҡса йәһәтенән йылды яҡшы тамамланыҡ – запастар килеп сыҡты. Килем 200 миллиард һумға яҡынлаша. Был бик һәйбәт һан, бындай күрһәткестәргә эйә булған төбәктәр күп түгел», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе хәл ителмәгән бурыстарҙы ла атаны. «Айырыуса беҙҙе ике күрһәткес борсой. Ул инвестициялар күләменең күҙгә күренеп кәмеүе. 2017 йылда 70 миллиард һум тиерлек юғалттыҡ. Был яңы ҡулайламалар төҙөү йәһәтенән нефть эшкәртеү, нефть химияһы предприятиеларында эш күләменең кәмеүе менән дә бәйле. Башҡа предприятиеларҙың эш әүҙемлеге бер аҙ төштө. Көсөргәнешлек тыуҙырған икенсе һан – тыуымдың кәмеүе. 2017 йылда 2016 йылға ҡарата минус 10 процент. Тәү сиратта демографик соҡорға һуғыш йылдарының эҙемтәләре лә тәьҫир итте, шулай уҡ иҡтисад та үҙ өлөшөн индерҙе. Былтыр 49 мең бала тыуған, ул күҙалланғандан аҙыраҡ. Ләкин үлем осраҡтары ла аҙайҙы. Дөйөм алғанда демографик күрһәткес кире булһа ла, әммә ныҡ ҙур түгел – бер мең кешегә аҙ», — тип хәтергә төшөрҙө төбәк Башлығы.

«2018 йыл һәйбәт башланды. Беренсе квартал яҡшы күрһәткестәр менән тамамланды. Мартта һәйбәт табыш алдыҡ – «Башнефть» 16,5 миллиард һум күсерҙе. Һөҙөмтәлә март буйынса килемгә дөйөм һалым 33,5 миллиардҡа етте. 2017 йылда был һан 16-17 миллиард һум тирәһе булды. Йәғни беҙ хәҙер йыллыҡ пландың яртыһын тиерлек үтәнек. Ул алға оптимизм менән ҡарарға һәм яңы объекттар, халыҡҡа яңы ярҙам итеү формаларын, яңы йәмәғәт хәрәкәтен үҫтереү төрҙәрен күҙалларға мөмкинлек бирә. Ресурстар, финанстар булғанда күп нәмә эшләргә була.

2018 йылғы пландар – ә улар бәләкәй түгел, тик Республика адреслы инвестиция программаһы ғына 20 миллиард һум тәшкил итәсәк – ул республиканың абсолют рекорды, бындай күләмдәр бер ҡасан да булманы. Төҙөлөштәр күп, улар бөтәһе лә мөһим. Тағы 20 миллиард һум самаһы юлдарҙы яңыртыуға, төҙөүгә, ремонтлауға, шулай уҡ уларҙы ҡарауға китәсәк. Программалар ҙур, бындай һандарҙы атҡарып сығара алырбыҙ тип ышанабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1147045-plany-bolshie-i-my-uvereny-chto-s-nimi-spravimsya-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть