Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ ғаиләләрҙә һәм мәктәптәрҙә әхлаҡи мөхитте үҙгәртергә бурыслы»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән һөйләшеү резонанслы теманан — Стәрлетамаҡтағы мәктәптә теркәлгән хәлде тикшереүҙән башланды. Алып барыусы билдәләүенсә, был берҙән-бер осраҡ түгел, ул республикабыҙға ғына түгел, тотош илгә ҡағыла. Нимә был: яңы социаль яуызлыҡмы әллә хәҙерге йәмғиәткә саҡырыумы? Уның менән нисек көрәшергә? Бәлки, балаларҙың социаль селтәр, интернет менән ҡулланыуын сикләргәлер, ата-әсәләрҙе ҙур яуаплылыҡҡа тарттырырғалыр? Бында ниндәй ҙә булһа хәл итеү юлы бармы?

«Бик ҡатмарлы һорау. Мин фажиғә булғас та Стәрлетамаҡҡа юлландым, дауаханаға 9-сы класс уҡыусылары һәм информатика уҡытыусыһы янына барҙым, әйткәндәй, ул үҙен бик ҡыйыу, лайыҡлы тотҡан, балаларҙы ҙур хәүефтән яҡлай алған. Яраланған малайҙы ла күрҙем. Ул бик йәл. Әлбиттә, сәбәбен эҙләйһең. Сәбәптәр күп: интернет ҡына түгел, шул иҫәптән ошондай үҙенсәлекле балаларға мөнәсәбәт икенсе төрлө булырға тейеш. Уларға баҫым яһауҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире яғы ла бар — балалар бындай баҫымға түҙә алмай һәм ошондай аҙымға бара», — тип билдәләне республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, интернет — икенсе урында, тәү сиратта ғаиләлә һәм мәктәптә аралашыуҙың, һөйөүҙең, дөрөҫ тәрбиә биреүҙең етмәүе.

«Көҙ көнө был малайҙың тәртибендә ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар булыуы күренгән, ул ошо берләшмәләрҙә ҡатнашҡан. Быны алданыраҡ күрергә, асыҡларға һәм алданыраҡ саң ҡағырға кәрәк. Баҫым яһау, ҡурҡытыу менән түгел, ә аңларға тырышыу менән — ул саҡта, әлбиттә, бындай осраҡтарға юл ҡуймаҫҡа мөмкин, — тине төбәк етәксеһе. — Беҙ ғаиләләрҙә, мәктәптәрҙә әхлаҡи мөхитте үҙгәртергә бурыслы, һәм властар ошондай балаларға йомшағыраҡ һәм иғтибарлыраҡ булырға тейеш. Был ҡатмарлы тема».

Интернетты тикшерергә һәм балаларҙың суицид, һөжүм итеү, енәйәт кеүек ҡатмарлы темаларға фекер алышҡан төркөмдәрен асыҡларға кәрәк. Ләкин шуны аңлау мөһим: сәбәптәр тәрәндәрәк ята. Интернет — өҫ яғы ғына. Йәмғиәт алдында ошондай балалар менән эшләү өсөн яңы алымдар табыу бурысы тора.

Мәктәптәргә бер-ике түгел, ә бер нисә психолог кәрәк, тип билдәләне төбәк башлығы.

«Бөгөн 880 бала белем алған мәктәптә — бер психолог. Әлбиттә, бер уҡытыусы бындай йөкләмәне үтәй алмай. Тәрбиәүи процесс бөгөнгө талаптарға тап килергә тейеш. Беҙ уҡытыусыларҙы көндәлек эштән, өҙлөкһөҙ яҙыуҙарҙан һәм отчет биреүҙән азат итергә бурыслы. Уҡытыусы ҡағыҙ менән түгел, ә бала менән эшләргә тейеш. Ҡағыҙҙар менән чиновниктар эшләһен. Был ҡатмарлы тема, — тине республика етәксеһе. — Тәрбиә биреү темаһы тикшереүҙе һәм донъяға ҡарашты үҙгәртеүҙе талап итә. Әлеге ваҡиғалар күп нәмәләрҙе яңынан ҡарарға мәжбүр итә. Беҙ мөмкин булған ерҙә власть структураларының эшен дә үҙгәртеп ҡорорбоҙ һәм, иң мөһиме, ата-әсәләр берләшмәһе менән эшләрбеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1147059-rustem-khamitov-my-obyazany-izmenit-moralnyy-klimat-v-semyakh-i-shkolakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть