Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы 24 сәғәт, аҙнаһына 7 көн эшләй һәм пенсияға йыйынмай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Күмертауҙа йәшәүсе «Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән һөйләшеү» тапшырыуының WhatsApp һанына «Һеҙ ҡасан пенсияға сығаһығыҙ, үҙегеҙгә алмашҡа кеше әҙерләйһегеҙме?» тигән һорау ебәргән. Рөстәм Хәмитов яуаплап, пенсияға сығырға йыйынмауын әйтте.

«Хәҙер дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн пенсия йәше арта һәм яҡшы арта. Икенсе хәл, мин мәңге республика Башлығы вазифаһында эшләй алмайым, конституция менән билдәләнгән ваҡыт бар. 2019 йылда минең Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланып ҡуйылған тәүге срок тамамлана. Минең был вазифаға ике тапҡыр һайланырға хоҡуғым бар. Ҡарар ҡабул итеү ваҡытына – 2019 йылдың сентябренә йәки мартына тиклем уйларға, аралашырға, фекер тупларға, кешеләр, республика халҡы менән кәңәшләшергә ваҡыт бар әле. «Кәрәк» тип әйтһәләр, тимәк, эшләйәсәкбеҙ. «Ваҡыт етте» тиһәләр, тимәк, ниндәйҙер икенсе ҡарарҙар буласаҡ», — тине Башҡортостан Башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, асылда, пенсияға сығырға кәрәкмәй, артабан эшләргә кәрәк.

«Ҡайһы берҙә миңә өйҙә: «Беҙ һине күрмәйбеҙ, һин беҙгә кәрәк, беҙгә аралашыу, бергәләп йөрөү, ял итеү етмәй», — тиҙәр. Әлегә булдыра алмайым – эш бөтә ваҡытты: 24 сәғәтте, аҙнаһына 7 көндө ала. Пенсияға йыйынмайым. Артабан эшләйәсәкмен. Киләһе һайланыу хаҡында ҡарарҙы яҡынса бер йылдан ҡабул итермен», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1147112-glava-bashkirii-rabotaet-24-chasa-7-dney-v-nedelyu-i-na-pensiyu-ne-sobiraetsya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть