Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66

EUR 72.11

27 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Алтын ҡурай» проектын ойоштороусылар Ирандан 20 миллиард һум аҡса һалырға әҙер инвесторҙар тапҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә «Алтын ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Ирандың ETEMAD компанияһы вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы районында (аэропорттан 15 минутлыҡ юл) туристик-эшлекле комплекс, ҡасаба һәм социаль объекттар төҙөлөшөн финанслауҙы күҙ уңында тотҡан инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Иран яғы проектҡа 20 миллиард һум аҡса һалырға әҙер һәм берлектәге предприятиены ойоштороусыларҙың береһе булырға ниәтләй.

«Беҙҙең уйыбыҙса, комплекс республика һәм федераль кимәлдәгәе конгресс сараларын уҙғарыу урыны булырға, Рәсәй һәм сит ил туристарын йәлеп итергә, корпоратив, ғаилә ялын ойошторорға ярҙам итергә тейеш, — тип асыҡлыҡ индерҙе «Алтын ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Гүзәл Ишмийәрова. — Иран партнерҙары Башҡортостанда ял итеү өсөн туристар төркөмөн ойошторорға әҙер, ләкин беҙҙең барлыҡ шифаханалар, ял базалары бер үк ваҡытта 50-60 кешене һыйҙыра алмай. Беҙҙең комплекс иһә бер ваҡытта өс меңгә яҡын туристы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән».

«Алтын ҡурай» компанияһы етәкселеге инвестор менән төҙөлөштө 2020 йылға, Бөтә донъя Фольклориадаһына, тамамларға ниәтләй.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ирандың ETEMAD Infrastructure Industry Independent Consultants Ltd компанияһы нефть эшкәртеүҙә һәм төҙөлөштә АҠШ, Бөйөк Британия, Төркиә, Ираҡ һәм башҡа илдәр менән оҙайлы хеҙмәттәшлек тәжрибәһенә эйә.

http://www.bashinform.ru/news/1146826-v-ufe-organizatory-proekta-zolotoy-kuray-nashli-investorov-iz-irana-gotovykh-vlozhit-20-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть