Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәй» праймеризды онлайн режимында уҙғара

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

28 майҙан 1 июнгә тиклем «Берҙәм Рәсәй» алдан электрон тауыш биреү процедураһын уҙғара. Онлайн режимында тауыш биреү өсөн ғаризаны 14 майҙан epg.er.ru сайтында «Онлайн тауыш бирергә теләйем» бүлегендә бирергә мөмкин. Был хаҡта төбәк бүлексәләре менән селектор кәңәшмәһендә партияның Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Максим Жаворонков белдерҙе.

Максим Жаворонков һүҙҙәренсә, барлыҡ һайлаусыларҙың да онлайн тауыш биреү мөмкинлеге бар. «Бөтә Рәсәй»гә индерелгән һәм онлайн тауыш биреүгә ғариза тултырған һәр кем өсөн автоматик рәүештә шәхси кабинет асыла. «Мобилизация» мәғлүмәт системаһына индерелгәндәргә лә шулай эшләргә кәрәк. Иң мөһиме – кеше шәхси кабинетта үҙе тураһында мәғлүмәт ҡалдырырға тейеш.

Әгәр ҡулланыусы ошо системаларҙың береһендә лә теркәлмәгән икән, ул анкетаны сайтта тултыра, шунан һуң колл-үҙәк белгестәре уны анкета тултырыу өсөн партияның урындағы йәки төбәк бүлексәһендә осрашыуға саҡырырға тейеш, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәтенән.

«Ошо процедуранан һуң ҡулланыусыға SMS-хәбәр аша шәхси кабинеттың пароле ебәрелә. Электрон тауыш биреү көндәрендә тауыш биреү мөмкинлеге асыла. Һәр кем бер тапҡыр ғына тауыш бирә ала, тауыш биреү һөҙөмтәләрен үҙгәртергә ярамай», — тине партияның Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары.

Партияның Генераль советы секретары алдан электрон тауыш биреү проекты хаҡында һөйләгәйне. Берҙәм рәсәйҙәр сит илдәге коллегаларының тәжрибәһен һәм Бельгияла (2003 йылдан), Эстонияла (2007 йылдан) һәм Финляндияла (2008 йылдан) электрон тауыш биреүҙе файҙаланыуҙы өйрәнде. Әлеге ваҡытта норматив документтар һәм программа модулдәрен өйрәнеү эштәре бара.

2018 йылда илдең 49 субъектында 77 кампания уҙа. 21 төбәктә — юғары вазифалы кешеләрҙе һайлау, 16-һында — Закон сығарыу йыйылышы депутаттарын, 12-һендә — административ үҙәк депутаттарын һайлау кампаниялары, етәүһендә административ үҙәк башлыҡтарын һайлау, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау буйынса 16 кампания, һөҙөмтәлә 26 700 мандат алмаштырыла. Шулай уҡ бер мандатлы һайлау округтары буйынса биш Дәүләт Думаһы депутаттарын ваҡытынан алда һайлау була. «Берҙәм Рәсәй»ҙең Берҙәм алдан тауыш биреү көнө 3 июнгә билдәләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1146784--edinaya-rossiya-provedet-praymeriz-v-rezhime-onlayn/

Теги: праймериз
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть