Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөгә Рәсәй Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм юлдар буйынса комиссия рәйесе килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

23-25 апрелдә Рәсәй Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм юлдар буйынса комиссия рәйесе Игорь Шпектор Башҡортостанға килә.

Республикаға сәфәре барышында уны Өфөлә һәм Туймазы районында коммуналь һәм юл структураһы объекттары, социаль торлаҡ төҙөү, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт яһау миҫалдары, ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса «Уңайлы ҡала мөхите» программаһын ғәмәлгә ашырыу барышы менән таныштырыу күҙаллана.

25 апрелдә көндөң икенсе яртыһында Башҡортостандың баш ҡалаһында Игорь Шпектор рәйеслегендә Рәсәй Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм юлдар буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы була.

http://www.bashinform.ru/news/1146624-bashkiriyu-posetit-predsedatel-komissii-po-zhkkh-stroitelstvu-i-dorogam-obshchestvennoy-palaty-rossi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть