Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестиваленә старт бирелде. Фестивалде асыу тантанаһы Мәләүездә уҙҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сәләмләне. Ижади бәйгенең тәүге көнөндә Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Ғафури, Бүздәк, Баймаҡ райондарынан, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Нефтекама ҡалаларын иң яҡшы бейеү коллективтары сығыш яһаны.

Ҡатнашыусылар өсәр композиция тәҡдим итте: урындағы традициялар нигеҙендә, сюжетлы-уйын халыҡ бейеүе һәм коллектив етәксеһе һайлаған йәки Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль репертуарынан номер. Конкурсанттарҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев рәйеслегендәге жюри баһаланы.

Жюри составында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репетиторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография кафедраһы профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әбделмәнов; Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репетиторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Әбсатарова; П.И. Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал сәнғәт институтының хореография факультеты деканы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Халыҡ художество ижады» номинацияһында Силәбе өлкәһенең дәүләт премияһы лауреаты Евгений Кацук; Республика халыҡ ижады үҙәгенең хореография буйынса баш белгесе, яуаплы секретарь Әлиә Ғәйфуллина эшләне.

Сара республиканың халыҡ хореографияһын артабан үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Мәләүез район хакимиәте.

19 апрелдә конкурс ҡарауҙары дауам итә. 20 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да коллектив етәкселәре менән ижади лаборатория һәм халыҡ бейеүе буйынса семинар; көндөҙгө 3-тә — гала-концерт һәм фестиваль еңеүселәрен бүләкләү.

http://www.bashinform.ru/news/1146541-v-bashkirii-dan-start-festivalyu-ansambley-narodnogo-tantsa-na-priz-imeni-fayzi-gaskarova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть