Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандан һыбай хажға юлланған ирҙәр Волгоград өлкәһенә барып еткән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың Кушнаренко һәм Иглин районынан һыбай хажға юлланған Марсель Әхиәретдинов менән Абдуллах Камалов әлеге ваҡытта Волгоград өлкәһенә барып еткән.

Ғибәҙәт ҡылыусылар март аҙағында Болғар ҡалаһынан (Татарстан) юлға сыҡҡан. Һарытауҙа улар ҡаланың Йәмиғ мәсетендә булған һәм урындағы мөфтөй менән аралашҡан, тип хәбәр иттеләр Һарытау мосолмандарының Диниә назаратынан.

Көнөнә сәйәхәтселәр 40-50 саҡрым юл үтә. Аттар арымаһын өсөн улар күберәк йәйәү барырға тырыша.

Юлда Рәсәй сигенә тиклем уларҙы Иглин районынан фермер Хәсән Иҙиәтуллин оҙатып бара. Хаж ҡылыусылар сәйәхәт өсөн татар тоҡомло аттарҙы ла унан алған.

Бер нисә йыл элек Исламдың бишенсе теләген ғәҙәти булмаған рәүештә үтәү идеяһы килә лә инде Марсель Әхиәретдиновҡа. Ул үҙенә иптәш һәм фекерҙәш тапҡандан һуң, ябай булмаған һынауға әҙерлек башлана. Аттар көн һайын утыҙ саҡрымдан ашыуыраҡ ара үтә. Һыбайлылар үҙҙәре лә еңел булмаған юлға әҙерләнә.

«Түҙерлек, юлыбыҙҙы артабан дауам итәбеҙ», — ти Марсель. Уға һәм Абдуллахҡа Ҡәғбәне үҙ күҙҙәре менән күреү һәм тәүге тапҡыр хаж ҡылыу өсөн биш меңгә яҡын саҡрым ара уҙырға кәрәк.

Сәйәхәтселәр исламдың изге урындарына август урталарына барып етергә ниәтләй.

http://www.bashinform.ru/news/1146324-zhiteli-bashkirii-otpravivshiesya-v-khadzh-na-loshadyakh-dobralis-do-volgogradskoy-oblasti-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть