Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөгөн бөтөн донъяла Умырзая көнө билдәләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Йыл һайын 19 апрелдә донъяның күпселек илдәрендә матур яҙ байрамы – Умырзая көнө билдәләнә. Уның тарихы 1984 йылда Англияла башлана. Умырзая йәки галантус – амариллис ғаиләһенән күп йыллыҡ үләндәр төрө. Уға 19 төр һәм тәбиғи сығышлы ике гибрид ҡарай. Элекке СССР биләмәһендә 12 төрө үҫә. Үҫемлектәргә юҡҡа сығыу хәүефе янай. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабында киң япраҡлы, тар япраҡлы, кавказ, Лагодех, Борткевич һәм Воронов умырзаялары бар.

Умырзая көнө кешеләрҙе был сәскәләрҙе йыймаҫҡа һәм һатып алмаҫҡа инандырыу өсөн ойошторолған. Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.35 статьяһы менән һирәк осрай торған хайуандарға йәки үҫемлектәргә зыян килтергән өсөн граждандар өсөн – 2,5-5 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 15-20 мең һәм юридик шәхестәр өсөн 500 мең һумдан 1 миллионғаса яуаплылыҡ билдәләнгән. Үҫемлектәрҙе һәм уларҙың өлөштәрен йыйыу, һатып алыу, һатыу, өҙөү, һаҡлау, ташыу, ҡарау һәм ебәреү буйынса эштәр закон тарафынан юҡ итеүгә тиңләштерелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1146508-segodnya-vo-vsem-mire-otmechaetsya-den-podsnezhnika-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть