Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә тотондо

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре башланды. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә районда күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуға, шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға тотондолар.

Көйөргәҙе һәм Мәләүез районы игенселәре баҫыуҙарҙа дым ҡаплай башланы. Эштәр өлөшләтә бара, техниканың күпләп сығыуына һөрөлгән ерҙәр әҙер түгел әле.

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, Мәләүез районы аграрийҙары күп йыллыҡ үләндәрҙең биштән бер өлөшөн өҫтәмә туҡландырған да инде.

Бынан тыш, районда 800 гектар «күп йыллыҡ» тырматылған һәм 400 гектар ужым культуралары өҫтәмә туҡландырылған.

Мәләүездәр 100 гектар майҙанда дым ҡаплаған. Республикала беренселәрҙән булып «Матвеев» фермер хужалығында һөрөлгән ерҙе тырматырға сыҡҡандар.

http://www.bashinform.ru/news/1146510-agrarii-bashkirii-pristupili-k-vesenne-polevym-rabotam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть