Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың 14 предприятиеһы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсына ғариза тапшырған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Башҡортостан продукты» билдәһенә эйә булған 14 предприятие «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында ҡатнашыуға ғариза тапшырған, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында. Улар конкурсҡа ыҫланған балыҡ, балыҡ пресервалары, һөт һәм һөт өҫтө, икмәк, сироптар, йомшаҡ фермер сырҙары, тауыҡ йомортҡаһы, татлы аҡ май, лимон, ҡымыҙ, минерал һыу, бройлер ите, хәләл сосискалар, соустар тәҡдим иткән.

Төбәк этапта еңеүселәр 11-14 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк һатыу күргәҙмәһенә бара.

«Аҙыҡ-түлек тауарҙары»нан тыш, конкурста «Етештереү-техник тәьминәте продукцияһы», «Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары (шул иҫәптән – халыҡ һәм художество кәсептәре тауарҙары)», «Халыҡ өсөн хеҙмәттәр», «Етештереү-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр» кеүек номинациялар бар.

http://www.bashinform.ru/news/1146225-na-uchastie-v-konkurse-100-luchshikh-tovarov-rossii-podali-zayavki-14-bashkirskikh-predpriyatiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть