Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала табипҡа һәйкәл ҡуйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Өфөнөң Октябрь районында яңы арт-объект барлыҡҡа килде. Шишәмбе, 18 апрелдә, «Табипҡа һәйкәл» скульптура композицияһын асыу тантанаһы үтте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.

Яңы арт-объект эскәмйәлә ултырған табипты һынландыра. Скульптура Комсомол урамында урынлашҡан.

Һәйкәл эргәһендә китап һынландырылған. Унда Антон Чеховтың «Табип кеүек бер һөнәр ҙә ҡайһы саҡта шул хәтлем әхлаҡи кисерештәр килтермәй» тигән һүҙҙәре яҙылған.

Арт-объектты эшләүҙә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзалары ҡатнашҡан.

«Октябрь районында 160-тан ашыу һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы урынлашҡан, яҡынса биш мең медицина хеҙмәткәре эшләй. Табиптарға һәйкәл нәҡ беҙҙең районда барлыҡҡа килеүе символиклы. Бындай скульптуралар баш ҡаланы йәмләй һәм халыҡтың кәйефен күтәрә», — тип билдәләне Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Насретдинов скульптураны асыу тантанаһында.

http://www.bashinform.ru/news/1146381-v-ufe-poyavilsya-novyy-art-obekt-pamyatnik-vrachu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть