Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Өфө Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VII съезын ҡабул итергә әҙерләнә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VII съезы үтә. Муниципалитет вәкилдәре республиканың баш ҡалаһында 20 апрелдә йыйыла.

Съезд урындағы үҙидара өлкәһендә мөһим бурыстарҙың береһе – муниципаль идара итеү сифатын һәм урындағы үҙидара органдары граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү, халыҡ үҙенең социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында ҡабул иткән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы тикшереү өсөн уникаль майҙансыҡ булып тора.

Сарала ҡатнашыу өсөн ғәҙәттәгесә делегаттар – муниципалитет, федераль һәм республика дәүләт власы органдары вәкилдәре йыйыла. Улар ыңғай тәжрибә менән уртаҡлаша, муниципалитет эшенә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙарҙы тикшерә һәм киләсәккә төп бурыстарҙы билдәләй.

Съезда ҡатнашыусыларҙы йөкмәткеле программа көтә. Төрлө саралар күҙалланған. Идара рәйесенең 2017-2018 йылдарға Совет эшмәкәрлеге тураһында отчеты, шулай уҡ яңы срокка берләшмәнең етәкселек органдарын һайлау һәр ваҡыттағыса пленар өлөштөң үҙәк мәсьәләләре булып тора. Һөҙөмтәләр буйынса йомғаҡлау документы ҡабул ителә. Уға муниципаль эшмәкәрлектең һәр йүнәлешен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр инә.

VII Съезд быйыл Урындағы үҙидара көнөн байрам итеүгә бәйле булыуы менән республиканың муниципаль берләшмәһе өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Съезд алдынан муниципаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын һәм «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы еңеүселәренә дипломдар тапшырыу тантанаһы үтә.

Шул уҡ көндө съезда ҡатнашыусыларға Рәсәй төбәктәренең һәм муниципаль берәмектәрҙең экспозицияһы, Ғаилә йылына һәм Ирекмәнлек йылына арналған стендтар, шулай уҡ роботехника күргәҙмәһе тәҡдим ителә. Бынан тыш, ҡатнашыусылар республиканың Кадрҙарға тест үткәреү үҙәге үткәрәсәк тест ярҙамында ҡануниәт буйынса белемен тикшерә ала. Көн Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары һәм дәүләт, муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында художество үҙешмәкәрлеге буйынса республика конкурсы еңеүселәренең концерты менән тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1146435-ufa-gotovitsya-prinyat-vii-sezd-munitsipalnykh-obrazovaniy-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть