Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың медицина учреждениелары мәғлүмәт системаларын индереүгә 39 миллион һум ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Был маҡсатҡа Рәсәй Хөкүмәте бөтәһе 2 миллиард һум бүлгән.

«Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүсе дәүләт һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау системаһы ойошмаларына медицина мәғлүмәт системаларын индереү өсөн Федерацияның 75 субъектына бюджет-ара трансферт биреүгә 2 миллиард һум күләмендә аҡса бүленә», — тип әйтелгән Министрҙар кабинеты сайтында.

Башҡортостан был маҡсатҡа 39 миллион һум ала.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев белдереүенсә, аҡсалар «беренсел медицина ярҙамы күрһәткән һәр поликлиникала, һәр дауаханала йәки башҡа медицина учреждениеһында электрон документтар әйләнешенә күсеү өсөн бирелә. Был һәм медицина хеҙмәттәре сифатын күтәреү буйынса аҙым байтаҡ кешеләр өсөн бик уңайлы буласаҡ.

Медицина ярҙамы буйынса мәғлүмәттәр төбәк системаһында ғына һаҡланып ҡалмай, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Берҙәм дәүләт системаһына күсәсәк. Һүҙ, мәҫәлән, кешегә йәшәгән төбәктә генә түгел, башҡа урындарҙа ла медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, уны дауалау, юғары технологик медицина эше башҡарыу хаҡында барғанда ул бик мөһим. Шуға үҙең менән ауырыу тарихы күсермәһен алып барырға кәрәкмәйәсәк – документтар мәғлүмәттәр базаһында буласаҡ».

http://www.bashinform.ru/news/1146194-meditsinskie-uchrezhdeniya-bashkirii-poluchat-39-millionov-na-vnedrenie-informatsionnykh-sistem-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть