Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡала волейбол буйынса «Милләттәр лигаһы» халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итәсәк

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөлә 8-10 июндә волейбол буйынса «Милләттәр лигаһы» халыҡ-ара ярыштарҙың Рәсәй этабы үтә.

Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, турнир ир-егеттәр Донъя лигаһын һәм ҡатын-ҡыҙҙар Гран-прийын алмаштыра. Ярыштарҙа 12-шәр ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары ҡатнаша.

«Лига түңәрәк системаһы буйынса үтә, миҙгел йомғаҡтары буйынса ике насар команданы Саҡырыу лигаһы дәғүәселәренең иң яҡшылары алмаштыра. Еңеүсе «Алты финалы»нда билдәләнәсәк», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Шул рәүешле, Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй, Бразилия, Ҡытай һәм Иран йыйылмалары килә.

http://www.bashinform.ru/news/1146030-stolitsa-bashkirii-primet-mezhdunarodnye-sorevnovaniya-po-voleybolu-liga-natsiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть