Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ғалимә эре мөгөҙлө мал өсөн осһоҙ һәм файҙалы өҫтәмә аҙыҡ уйлап сығарған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда ауыл хужалығы фәндәре докторы Мәрйәм Маликова урындағы минералдарҙы һәм мәтеле ултырмаларҙы файҙаланып, эре мөгөҙлө мал өсөн осһоҙ һәм файҙалы өҫтәмә аҙыҡ уйлап сығарған. Комплекслы өҫтәмә минерал аҙыҡ шартлы рәүештә «Надежда» тип исемләнгән. Уның составында дифторирланған фосфат, тәбиғи цеолит, спреполь, мал аҙығы аҡбуры, магнезит, мал аҙығы сераһы, микроэлемент тоҙҙары һәм аш тоҙо. Башҡортостандың Ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институты хеҙмәткәре ике фермер хужалығында тикшеренеү үткәргән һәм киләһе һөҙөмтәләр алған: быҙауҙар тәүлегенә уртаса – 16-24 процентҡа һимергән, һауым 7-14 процентҡа артҡан. Өҫтәмә мал аҙығы өлөшөнөң уртаса хаҡы дүрт һумда (тәүлегенә бер тапҡыр ҡулланыла) көнөнә иҡтисади файҙа 10-11 һум тәшкил иткән.

Һөҙөмтәләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының ғилми-техник совет эштәре барышында белдерелде. Институтта аңлатыуҙарынса, киләсәктә «Надежда»ның һөҙөмтәлелеген тағы ун хужалыҡта иҫбатлау күҙаллана. Артабан рецепҡа патент алынасаҡ, һуңынан өҫтәмә аҙыҡты ҡатнаш мал аҙығы заводтарында етештереүгә индерергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1146032-v-bashkirii-uchenaya-izobrela-deshevuyu-i-effektivnuyu-podkormku-dlya-krs/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть