Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙәргә Хайнань утрауына визаһыҙ барырға мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ҡытай властары Хайнань утрауына барған рәсәйҙәр өсөн визаларҙы бөтөрҙө. Визалар 2018 йылдың 1 майынан ғәмәлдән сығарыла, тип хәбәр итә «Известия».

Бындай режим 59 дәүләт, шул иҫәптән Франция, Италия, Греция, Украина һәм Бөйөк Британия илдәре туристарына ҡағыла. Визаһыҙ сәйәсәтте «Хайнань провинцияһында асыҡлыҡ һәм реформалар сәйәсәтенә булышлыҡ итеү һәм уны төрлө яҡлап камиллаштырыу сиктәрендә» ҡулланыу ҡаралған.

Хайнань провинцияһы властары мәғлүмәте буйынса, утрауға Рәсәйҙән бик күп туристар килә.

Бынан алда Македония рәсәйҙәр өсөн визаһыҙ режимды бер йылға оҙайтты.

http://www.bashinform.ru/news/1146073-rossiyanam-razreshili-poseshchat-ostrov-khaynan-bez-viz/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть