Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Андрей Василевский Милли хоккей лигаһының «Везина Трофи» призына дәғүә итә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан хоккейы тәрбиәләнеүсеһе, әле «Тампа-Бэй Лайтнинг» голкиперы Андрей Василевский Милли хоккей лигаһы карьераһында тәүге тапҡыр «Везина Трофи» — иң яҡшы ҡапҡасы призына дәғүә итә.

Милли хоккей лигаһы клубтары генераль менеджерҙарының тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 23 йәшлек Рәсәй ҡапҡасыһы Пекка Ринне («Нэшвилл») һәм Коннор Хеллибак («Виннипег») менән бер рәттән иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде, тип хәбәр итә sports.ru.

Ошо тауыш биреүҙә еңеүсе июндә лиганың шәхси наградаларын тапшырыу тантанаһында иғлан ителә.

Быйылғы миҙгелдә Андрей Василевский 44 еңеү яуланы һәм ошо күрһәткес буйынса Том Баррасоның Америка рекордын уҙып киткән Хеллибак менән беренсе урынды бүлеште (1992/93 миҙгелдә 43 еңеү). Өсөнсө урынды Ринне алды (42 еңеү).

Василевский һәм Ринне шатаут буйынса ла беренсе урынды бүлеште (8-ҙәр), Хеллибак өсөнсө урында (6).

Андрей Василевский — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Милли хоккей лигаһындағы «Тампа-Бэй Лайтнинг» клубы уйынсыһы. 2012 йылда йәштәрҙең донъя чемпионатында — көмөш, 2013 һәм 2014 йылдарҙа йәштәрҙең донъя чемпионатында бронза призер булды. 2011 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионатында бронза призер. 2013/2014 йылдар миҙгелендә Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы составында Рәсәй чемпионатының көмөш призеры. 2014 йылда донъя чемпионы һәм Почет ордены кавалеры.

http://www.bashinform.ru/news/1145909-andrey-vasilevskiy-nominirovan-na-priz-nkhl-luchshemu-vrataryu-vezina-trofi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть