Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда ҡар бик тиҙ ирей, ҙур йылғаларҙа һыу кимәле төшә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда икенсе тәүлек инде ҙур ҡалалар эргәһендәге йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Башгидрометта белдереүҙәренсә, был һауа торошона бәйле — төндә республикала температура 8 градусҡа тиклем түбәнәйә.

Алдағы көндәрҙә ямғыр яуыуы һәм йылытыуы көтөлә, һыу кимәле йәнә арта. Иң юғары кимәл, ғәҙәттәгесә, май байрамдарында теркәлә.

15 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, Ағиҙел йылғаһының ҡар ҡатламында һыу запастары уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 60-90% кәмерәк. Өфөлә, көнбайыш райондарҙа һәм айырым көнсығыш райондарҙа ҡар тулыһынса ирегән.

http://www.bashinform.ru/news/1145928-v-bashkirii-bystro-skhodit-sneg-uroven-krupnykh-rek-padaet-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть