Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87 ↓

EUR 76.18 ↓

18 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда АЛ-41Ф-1 тәжрибә авиадвигателенең дәүләт стенд һынауҙары тамамланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостандың төп предприятиеһында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, тәжрибә двигателен һынау тамамланды. АЛ-41Ф-1 турбореактив двигателе буйынса дәүләт комиссияһының йомғаҡлау ултырышында «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә («Ростех» дәүләт корпорацияһының берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) тантаналы рәүештә двигателдең тәжрибә өлгөһөнөң дәүләт стенд һынауҙары тамамланыуы тураһында акт тапшырылды. Тантана предприятиеның Мәскәүҙәге филиалында — А. Люлька исемендәге тәжрибә-конструкторҙар бюроһында үтте.

Дәүләт комиссияһы рәйесе полковник Владислав Брусков А. Люлька исемендәге тәжрибә-конструкторҙар бюроһының генераль конструкторы-директоры Евгений Марчуковҡа АЛ-41Ф-1 әҙерләүҙә мөһим этаптың тамамланыуы хаҡында документ тапшырҙы.

Шулай итеп, 14 йыл барған тәжрибә-конструктор эштәре тамамланды. АЛ-41Ф-1 Су-57 (ПАК ФА) бишенсе быуын истребителе өсөн беренсе этаптың двигателе функцияһын башҡара. ПАК ФА менән АЛ-41Ф-1 тәүге тапҡыр 2010 йылдың 29 ғинуарында һынау үтте.

Әлеге ваҡытта Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы Су-57 өсөн икенсе этап двигателе өҫтөндә эш алып бара. 2017 йылдың 5 декабрендә самолет икенсе этап двигателе менән тәүге тапҡыр һауаға күтәрелде, осош штат режимында уҙҙы. Перспективалы двигатель эшләгәндә яңы технологиялар һәм материалдар ҡулланылған. Был бишенсе быуын көс ҡулайламаһына ҡуйылған техник талаптарға өлгәшергә мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр ителә Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1145778-v-bashkirii-zaversheny-gosudarstvennye-stendovye-ispytaniya-opytnogo-aviadvigatelya-al-41f-1-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть