Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә 28 ҡатлы йорттарҙан торған яңы квартал төҙөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 20 һәм 28 ҡатлы йорттарҙан торған яңы квартал төҙөлә. Төҙөлөш Менделеев, Баҡалы, Аҡназаров, Красноводск урамдары менән сикләнгән кварталда башлана. Бөгөн, 18 апрелдә, ҡала Советы депутаттары планировкалау һәм межалау проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар тәғәйенләй. Проект «Ағиҙел-Инвест-Строй» төҙөлөш компанияһы заказы буйынса башҡарылған.

Ҡала халҡына әлеге ваҡытта ошо биләмәлә урынлашҡан ике ҡатлы йорттарҙы һүтеүҙе раҫларға кәрәк. Улар — Баҡалы урамы, 38, Баҡалы урамы, 36, Баҡалы урамы, 44/1, шулай уҡ Баҡалы урамы, 46 адресы буйынса йорттар һәм административ бина, хужалыҡ ҡаралтылары һәм гараждар.

Яңы квартал 20 һәм 28 ҡатлы ике йорттан тора. 20 ҡатлы бинала ер аҫты туҡталҡаһы, ҡыйыҡта физкультура, балалар өсөн уйын һәм өлкәндәргә ял итеү майҙансыҡтарын булдырыу ҡаралған.

Яңы биналарҙың фасадын әлеге төҙөлөш һәм ошо урынға хас стилдә проектлау күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1145525-v-ufe-poyavitsya-novyy-kvartal-s-zhilymi-domami-v-28-etazhey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть