Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Журналистар союзының 100 йыллығына «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәй Журналистар союзының 100 йыллығына «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

2018 йыл Рәсәй Журналистар союзының йөҙ йыллығы менән иғтибарға лайыҡ. Ул 1918 йылдың 13 ноябрендә Совет журналистарының беренсе съезында ойошторола. Шуның менән бәйле Башҡортостан Журналистар союзы, Тыва коллегаларының башланғысын күтәреп, «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» темаһына конкурс иғлан итте.

Конкурс жюрийендә: Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, консультанты Мәүлиҙә Яҡупова, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлеге баш белгесе, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Неля Ғәйнетдинова, «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров, радиожурналист Наталья Санникова.

«Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Журналистар союзының конкурс комиссияһына 10-дан ашыу материал тапшырылған, —  тип һөйләне Башҡортостан Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Яҡупова. — Һөнәрҙәштәребеҙҙең әүҙемерәк булыуҙарын һәм журналистикаға нисек килеүҙәре, яҙмыштың һәм профессияның нимә менән осраштырғаны, ниндәй фәһем алыуҙары, тормошта кемдәр менән осрашҡандары хаҡында уртаҡлашыуҙарын, сығарылыш имтихандары алдында торған, «тормош хаҡында фекер йөрөткән үҫмергә» кәңәш биреүҙәрен һорайбыҙ».

Ғаризалар 2018 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1145961-prodolzhaetsya-priem-zayavok-na-konkurs-zhurnalistika-nasha-sudba-k-100-letiyu-soyuza-zhurnalistov-r/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть