Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан һәм Ырымбур «Шайтантау» ҡурсаулығын һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан һәм Ырымбур тейелмәй торған биләмәләрҙе һаҡлау өлкәһендә эш итеү тураһында килешеү төҙөнө. Килешеү Шайтантау һыртына ҡағыла. Ул Башҡортостандың Хәйбулла районы һәм Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы буйлап һуҙылған Урал тауҙарының сикке көньяҡ армыты. Башҡортостанда «Шайтантау» ҡурсаулығы һирәк осрай торған хайуандарҙы һаҡлау өсөн булдырылған, ә күрше төбәктә бер үк исемле ҡурсаулыҡта эталон дала имәнлеге һәм урман-далаһы фаунаһы һаҡлана.

Башҡортостандың Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙ-ара эшмәкәрлек бергәләп эҙләнеү саралары үткәреү, браконьерлыҡты, законһыҙ урман киҫеүҙе бөтөрөү, янғын һүндереү мәсьәләрен бергәләп хәл итеүгә ҡайтасаҡ. Беренсе осрашыу билдәләнгән. Унда инспекторҙар пилотһыҙ аппараттар менән ҡулланырға өйрәнәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1145954-bashkiriya-i-orenburzhe-budut-sotrudnichat-v-oblasti-okhrany-zapovednika-shaytan-tau/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть