Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

«Берләшмә» форумы көндәрендә Өфөлә #ИзгеЭштәрАкциялары үтәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

24-25 апрелдә Өфөләге Конгресс-холда Волга буйы федераль округының әүҙем граждандары өсөн тәүгә «Берләшмә» форумы үтә. Сарала Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, Волга буйы федераль округы төбәктәре делегациялары, коммерцияға ҡарамаған даирә вәкилдәре, әүҙем граждандар ҡатнашасаҡ.

Ошондай ҙур һәм мөһим ваҡиғаларҙы уҙғарыу — социаль әһәмиәтле саралар ойоштороу һәм үткәреү өсөн ваҡыт ул, шуға Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы #ИзгеЭштәрАкцияларын асып ебәрә.

Уларҙың береһе — «Беҙ һинең менән бер ҡандан» донор ҡаны йыйыу буйынса акция. Форум көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 2-гә тиклем Конгресс-холл янында ҡан алыу һәм ашығыс тест үткәреү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған күсмә ҡан йыйыу станцияһы урынлашасаҡ. Донорҙарҙы Республика ҡан тапшырыу станцияһы ҡабул итәсәк.

«Балаларға — китап» тип исемләнгән икенсе акция балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар йыйыуҙы күҙ уңында тота. Кешеләр китаптарҙы форумға килтерә һәм уларҙы ирекмәндәргә тапшыра ала. Бөтә йыйылған китаптар республиканың ауыл китапханаларына һәм социаль приюттарға йүнәлтеләсәк.

Акцияларҙа бөтә теләүселәр ҡатнаша ала.

http://www.bashinform.ru/news/1145895-v-dni-foruma-soobshchestvo-v-ufe-proydut-aktsiidobrykhdel/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть