Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың халыҡ артисы Рушанна Бабич праймеризда ҡатнаша

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рушанна Бабич «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреү ҡатнашыусыһы булды. Актриса бер ҡасан да сәйәси эшмәкәрлек хаҡында уйламаған, әммә тупланған тәжрибәһе уға кешеләргә идеялары менән сығырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр иттеләр партияла.

«Теләһе йәмғиәттең уңышлы үҫеше нигеҙендә тәрбиә биреү, тарих, йолалар ята. Йәмғиәтебеҙҙе нисек ойоштороуҙан, һөҙөмтәлә,  шундай тормошобоҙ тора. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе вәкиле булараҡ, мин мәғариф, мәҙәниәтте һаҡлау проблемаларын бик киҫкен тоям. Нәҡ мәғарифҡа һәм мәҙәниәткә ярҙам итеү аша беҙ ил, халыҡ булараҡ һаҡланып ҡала алабыҙ. Минең театрҙағы эш тәжрибәм, педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индерергә мөмкинлек бирә», — тине Рушанна Бабич.

Хәҙер республиканың Милли йәштәр театры актрисаһы дебаттарҙа, һуңынан 3 июндә Берҙәм алдан тауыш биреү көнөндә лә ҡатнаша.

Алдан тауыш биреү көнөндә ҡатнашыусыларҙан документтар 8 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса 327-се бүлмәлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында ҡабул ителә. Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбенән йомаға саҡлы иртәнген сәғәт 10-дан 5-кә хәтлем (төшкө аш 1-ҙән 2-гә тиклем), шәмбе иртәнге 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем. Йәкшәмбе һәм рәсми байрам көндәрендә документтар ҡабул ителмәй.

http://www.bashinform.ru/news/1145749-narodnaya-artistka-bashkortostana-rushanna-babich-stala-uchastnikom-praymeriz-/

Теги: праймериз
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть