Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66

EUR 72.11

27 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Роскомнадзор Facebook социаль селтәрен тикшерәсәк. Бикләүҙәре ихтимал

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Роскомнадзор 2018 йылдың аҙағына тиклем Facebook социаль селтәрен тикшерәсәк. Ошо хаҡта ведомство етәксеһе Александр Жаровҡа һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итә.

«2018 йылдың аҙағына хәтлем компанияны тикшерәбеҙ. Унда үтәлергә тейеш бер нисә пункт бар: Рәсәй биләмәһендә илебеҙ граждандары мәғлүмәттәренә таралыуға юл ҡуймау, бөтә тыйылған мәғлүмәттәрҙе юҡ итеү – ә улар ваҡыт буйынса һәм башҡа закондарҙы үтәү йәһәтенән ныҡ ҡына һуңлай», — тине ул.

Жаровтың һүҙҙәренсә, талаптарҙың берәй нимәһе үтәлмәү йәки ошондай эштәрҙе башҡарырға ниәтләнеү хаҡында Рәсәйгә мәғлүмәт еткермәү осрағында бикләү тураһында һорау килеп тыуасаҡ.

«Мин Facebook вәкилдәре менән ярты йылға бер тапҡыр осрашып торам. Бер ниндәй айырым мөнәсәбәттәр юҡ, уның вәкилдәре менән февралдә һуңғы осрашыуҙа беҙ йәнә бер тапҡыр үҙ ҡарашыбыҙ хаҡында белдерҙек», — тип билдәләне Роскомнадзор башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1145753-roskomnadzor-proverit-sotsialnuyu-set-facebook-vozmozhna-blokirovka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть