Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика журналистарын киң мәғлүмәт сараларында дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы 2018 йылда ла Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республикала йәшәүсе халыҡтар телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә төбәк журналистары өсөн ижади конкурс иғлан итә.

«Конкурс ошо йылдарҙа бик популяр булып китте һәм унда ҡатнашыуға ғаризалар һаны йылдан-йыл арта бара, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлеге баш белгесе Неля Ғәйнетдинова. — Быйыл да тәҡдим ителгән тема гәзит, журнал, интернет-баҫма биттәрендә, телевидение, радио эфирҙарында бөтөн яҡтан асылыр тип ышанабыҙ».

Конкурста Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына ҡараған республика гәзит һәм журналдары, ҡала, район гәзиттәре, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары редакциялары ҡатнаша ала. Уның шарттары ведомствоның рәсми сайтында баҫылып сыҡҡан.

Конкурсҡа 2018 йылдың 1 ғинуарынан 1 декабргә тиклем донъя күргән материалдар тәҡдим ителә. Материалдар һаны сикләнмәгән. Эштәр 2018 йылдың 10 декабренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә, матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлеге (тел. 8(347) 218-07-72). Күрһәтелгән адрес буйынса тапшырылмаған йәки 2018 йылдың 10 декабренән һуң ебәрелгән материалдар конкурста ҡатнашмай.

http://www.bashinform.ru/news/1145696-zhurnalistov-bashkortostana-priglashayut-prinyat-uchastie-v-konkurse-na-luchshee-osveshchenie-v-smi-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть