Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Өфө халыҡ-ара ивент-индустрия һәм сара ойоштороусылар форумын уҙғарырға әҙерләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

6-10 июндә Өфөләге Конгресс-холда тәүге International MICE Business Week халыҡ-ара форумы — MICE-индустрия белгестәрен һәм профессионалдарын берләштергән ҙур форум ойошторола. Форумдың төп маҡсаты — Рәсәйҙе сит илдәрҙең һәм үҙебеҙҙең конгресс, business и MICE сегменттары ассоциациялары алдында бизнес-саралар үткәреү өсөн конкурентлыҡҡа һәләтле, уңайлы һәм үҙенсәлекле ил булараҡ асыу, улар аша Рәсәйҙең эшлекле имиджын күтәреү.

Форумда ҡатнашыуға Өфөләге һәм Башҡортостандағы ивент-компаниялар һәм саралар үткәреү буйынса агентлыҡтар, эшлекле, күңел асыу майҙансыҡтары һәм урынлаштырыу объекттары вәкилдәре, туристик, транспорт ойошмалары саҡырыла. Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙың IMBW экспо-зонаһы сиктәрендә форум экспоненты булыу мөмкинлеге бар. Республика хеҙмәт күрһәтеүселәре өсөн Башҡортостандың Конгресс-бюроһынан промокодтар системаһы эшләй.

Форумдың төп бурыстары — Башҡортостан Республикаһының конгресс һәм эшлекле ҡеүәтен популярлаштырыу, илгә яңы халыҡ-ара һәм корпоратив эшлекле саралар йәлеп итеү, иң яҡшы Рәсәй һәм халыҡ-ара практиктары, ҙур заказсылар вәкилдәре ҡатнашлығында Рәсәйҙә MICE-индустрияны үҫтереү мәсьәләләрен һәм йүнәлештәрен тикшереү өсөн йәнле майҙансыҡ булдырыу.

IMBW-UFA 2018 Башҡортостан хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Милли конгресс-бюроһы булышлығында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Конгресс-бюроһы һәм «Prime Time» компанияһы (Санкт-Петербург). Программала эшлекле туризмды, Рәсәйҙә һәм донъяла саралар ойоштороу стандарттарын үҫтереүҙең көнүҙәк темаларын күтәреү күҙаллана.

Сара барышында бай эшлекле һәм ҙур мәҙәни программа ҡаралған. Мәҫәлән, форум делегаттары Өфө буйлап интерактив экспедицияларҙа һәм квестарҙа, тәбиғәттә ойошторолған милли шоуҙа ҡатнаша, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара музыка фестивален ҡарай ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Конгресс-бюроһынан.

Форумдың программаһы һәм сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — сайтта.

http://www.bashinform.ru/news/1145269-ufa-gotovitsya-k-provedeniyu-mezhdunarodnogo-foruma-ivent-industrii-i-organizatorov-meropriyatiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть