Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Татарстан башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаеваа/.

22-24 апрелдә Өфөлә Татарстан Республикаһы башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙғарыла.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтарҙы бай программа көтә. Унда ҡала музейҙары, мәҙәниәт учреждениелары, мәғариф ойошмалары һәм иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар, Татарстан Республикаһының рәсми делегацияһы ағзаларының киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы ҡаралған. Туғандаш республиканың делегацияһында — 50 кеше.

23 апрелдә Башҡортостандың Милли музейында «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорттар: үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәккә пландар» түңәрәк өҫтәлен үткәреү күҙаллана.

Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында Татарстан башҡорттары сәнғәт оҫталарының гала-концерты була.

«Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре башҡорттары мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу изге йолаға әүерелде. Проектта Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттары ҡатнашты ла инде», — тип хәбәр итте Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов.

http://www.bashinform.ru/news/1143640-v-ufe-proydut-dni-kultury-bashkir-respubliki-tatarstan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть