Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

18 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе. Китап Саха (Яҡутстан) Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) башланғысы буйынса «Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары» проекты сиктәрендә баҫылып сыҡты. Яҡут телендәге вариантта китап «Ураал Баатыр» тип атала. Баҫманың тиражы — 1000 дана.

Яҡутстан парламенты рәйесе Александр Жирков Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевҡа ҡотлау ебәрҙе. «Ошо әһәмиәтле ваҡиға буйынса ҡотлауҙар һәм халыҡтарыбыҙ мәнфәғәтендә артабан хеҙмәттәшлекк итеүгә әҙерлеккә вәғәҙәләр ҡабул итегеҙ», — тиелә хатта.

«Боронғо мифологияны үҙ эсенә алған, башҡорт һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһына әүерелгән «Урал-батыр» эпосы донъяуи мәҙәни мираҫ феномены булып һанала. Эпос ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән, бер нисә тапҡыр төрлө телдәргә тәржемә ителгән, — тине Константин Толкачев. — Китаптың Яҡутстанда баҫылып сығыуы, һис шикһеҙ, төбәктәребеҙҙә йәшәүселәрҙең мәҙәни алмашыуына, рухтары яҡынайыуға булышлыҡ итергә тейеш».

2017 йылдың декабрендә Башҡортостан менән Яҡутстан праламенттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө, тип билдәләне Константин Толкачев. Документ закон сығарыу өлкәһенән тыш, инвестиция, демография, йәштәр сәйәсәте, социаль именлек һәм халыҡтың рухи үҫеше, илебеҙ тауар етештереүселәренә ярҙам итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә лә үҙ-ара эш итеүҙе күҙ уңында тота, тип хәбәр итә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

«Беҙҙе парламенттар араһында ошондай тәүге килешеүгә 1998 йылда ҡул ҡуйылғайны. Ошо осорҙа ул бик файҙалы булды. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек ваҡыт һынауын үтте, нығый һәм үҫешә. Федераль кимәлдә республикаларҙың мәнфәғәттәрен бергәләп яҡлайбыҙ, Рәсәйҙең Закон сығарыусылар майҙансығында тығыҙ үҙ-ара эш итәбеҙ, төбәктәрҙең мәҙәни бәйләнештәрен нығытыуға ярҙам күрһәтәбеҙ», — тип билдәләне Константин Толкачев.

http://www.bashinform.ru/news/1134305-bashkirskiy-epos-ural-batyr-izdali-na-yakutskom-yazyke/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть