Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт һылыуҡайы республика исеменән «Рәсәй сибәре 2018» конкурсында сығыш яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Мәскәүҙә «Рәсәй сибәре 2018» матурлыҡ конкурсы башланды. Һылыуҡайҙар бәйгеһендә Башҡортостан исеменән «Bashkirian Beauty» студияһы моделе Земфира Байдәүләтова сығыш яһай. 18 йәшлек ҡыҙ былтыр «Һылыуҡай-2017» республика бәйгеһендә еңеүсе булды һәм «Азия сибәре-2017» титулын яуланы.

Земфира ишле ғаиләлә тыуған, сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан, әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һөнәри белем һәм мәғлүмәт технологиялары институтында уҡый.

Ҡыҙ «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында тыуған төйәген сикһеҙ яратыуы һәм үҙенең киләсәген уның менән бәйләргә теләүе хаҡында һөйләне.

«Киләсәктә Башҡортостан мәғарифына һәм мәҙәниәтенә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Шулай уҡ моделинг менән шөғөлләнеүҙе, конкурстарҙа ҡатнашыуҙы дауам итермен һәм яңынан-яңы еңеүҙәр яулармын тип уйлайым», — тине Земфира.

Земфиранан тыш, «Рәсәй сибәре 2018» конкурсында бөтә илдән 50 ҡыҙ ҡатнаша.

Былтыр Башҡортостан ҡыҙы Альбина Әхтәмова «Рәсәй сибәре» конкурсында икенсе вице-мисс исеменә лайыҡ булғайны.

http://www.bashinform.ru/news/1133308-bashkirskaya-krasavitsa-predstavlyaet-respubliku-na-konkurse-miss-rossiya-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть