Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Быйыл Башҡортостан сит илдә йәшәгән 60 табипты ҡабул итергә әҙер

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Быйыл Башҡортостан сит илдә йәшәгән 60 ватандаш табипты ҡабул итергә әҙер. Республикала раҫланған махсус ярҙамсы программаға ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм медицина һөнәре буйына уҡып йөрөгән студенттарҙы Башҡортостанға ҡайтарыу күҙаллана. Шул рәүешле хеҙмәт ресурстарына ҡытлыҡты бөтөрөргә һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сифатлы составты яҡшыртырға ниәтләйҙәр. Кисә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ярҙамсы программа сараларын ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөмдөң тәүге ултырышы үтте.

Республикала күскенселәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының нормаль йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә, уларҙы илебеҙ йәмғиәтенә яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы ҡаралған. Тыуған иленә ҡайтырға ҡарар иткәндәгәр эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә, социаль ярҙам саралары, медицина һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтелә. Шулай уҡ күскенселәрҙең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын ойошторған, йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары асырға хәл иткән ғаилә ағзаларына ла ярҙам ҡаралған.

«Сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы үҙ ирке менән Башҡортостанға ҡайтарыуға булышлыҡ итеү» ярҙамсы программаһы сараларын бойомға ашырыу йыл һайын республика биләмәһенә 60 белгесте һәм уларҙың 120 ғаилә ағзаһын күсерергә мөмкинлек бирергә тейеш. Ошо маҡсатта йыл һайын республика ҡаҙнаһынан — 2,2 миллион һум, федераль бюджеттан тағы ярты миллион һум финанслау ҡаралған. Программа 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1132941-v-etom-godu-bashkiriya-gotova-prinyat-60-medikov-sootechestvennikov-prozhivayushchikh-za-rubezhom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть