Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↓

EUR 75.21 ↑

25 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала йәшәгән егеткә 16 йәшлек һөйгән ҡыҙын үлтергән өсөн хөкөм ҡарары сығарылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандың Мишкә районында йәшәгән 20 йәшлек егет «Үлтереү менән янау» һәм «Ҡанһыҙ рәүештә үлтереү» статьялары буйына ғәйепле тип танылды. Республика Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, Башҡортостандың Юғары суды уны 16,5 йылға иркенән мәхрүм итте, унан һуң тағы ла ике йылға иркенән сикләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың 17 мартында 20 йәшлек егет көнләшеү арҡаһында ҡот осҡос енәйәт ҡыла. Мишкә ауылында һөйгән ҡыҙын һағалап тороп, ул уның муйынына, башына, күкрәгенә һәм иңбашына 25 тапҡыр менән бысаҡ менән сәнсә.

«Ҡос  осҡос енәйәт ҡылыуға шаһит булған 30 йәшлек ҡатын егетте туҡтатырға маташып, уға сумкаһы менән һуғып маташа, ләкин ул уны ситкә этә һәм ҡулындағы бысаҡ менән һелтәнеп, үлтереү менән янай. Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы йәрәхәтләгәндән һуң енәйәтсе автомобилгә ултырып  ҡаса. Күпмелер ваҡыттан һуң полиция хеҙмәткәрҙәре уны ауылдан алыҫ булмаған урманда ҡулға ала. Тәфтишселәр әйтеүенсә, ул үҙен-үҙе бысаҡ менән яралаған булған. Ҡыҙ алған йәрәхәттәренән дауаханалаға йән биргән», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

http://www.bashinform.ru/news/1133137-zhitelyu-bashkirii-vynesli-surovyy-prigovor-za-ubiystvo-16-letney-vozlyublennoy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть