Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда комфорт-класлы ҡунаҡханалар һәм йылға терминалы төҙөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ике яңы объект индерелгән. Республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, һүҙ Ғафури районында ҡунаҡхана корпустарын һәм Ағиҙел моноҡалаһы биләмәһендә асыҡ нефть продукттарын тейәү буйынса йылға терминалын төҙөү хаҡында бара.

Тәүге инвестиция проектының инициаторы булып «АСПЕКТ-ПЛЮС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Ул ике этапта ғәмәлгә ашырыла. Беренсеһе – «Ҡунаҡхана хужалығы» – ике өс ҡатлы корпус һәм кафе төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Һәр ҡунаҡханала комфорт-класлы 50 ике урынлыҡ номер ҡаралған. Икенсеһе – «Башҡорт ауылы» – комфорт-класлы 12 бүрәнә йорт һәм VIP-класлы өс бүрәнә өй. Бөтә йорттарҙың да террасаһы һәм мангал зонаһы бар. Өйҙәрҙе милли колорит менән биҙәү һәм йыһазландырыу күҙаллана.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме 302 миллион һум тәшкил итә, 100 яңы эш урыны булдырыла. Бынан тыш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн унға яҡын эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола. Төҙөлөштө ике йыл эсендә тамамларға ниәтләйҙәр.

Икенсе проект «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәтенә ҡарай. Инициаторы – «БАШАТОМТЕРМИНАЛ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 345 миллион һум, яңы эш урындары һаны – 31. Ғәмәлгә ашырыу ваҡыты – ике йыл. Йылға терминалын төҙөү төбәктә һыу транспортын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 148,6 миллиард һумдан ашыулыҡ 42 проект бар. Яңы эш урындары туғыҙ меңдән артып китә.

http://www.bashinform.ru/news/1132750-v-bashkirii-postroyat-gostinitsy-komfort-klassa-i-rechnoy-terminal/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть