Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса эпидемик сик 31% артҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса эпидемик сиктең 31% артыуы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, уҙған аҙнала өлкәндәр араһында сир күрһәткесенең артыуы билдәләнгән. Төбәк идаралығында әйтеүҙәренсә, хәл тотороҡло, уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә.

Дөйөм алғанда, бер аҙнала илдең 23 субъектында ОРВИ һәм грипп буйынса эпидемик сиктең күтәрелеүе теркәлгән.

Бер аҙнала 10 меңдән ашыу кеше лаборатор тикшереү үткән. Грипп вирустары 65,3% тиклем артҡан, улар араһында В (21,39%) һәм  А(H1N1) pdm09 (21,54%) киҙеүе вирустары өҫтөнлөк итә.

Киҙеүгә ҡарамаған вирустар араһында РС-вирустар күберәк (36,9%), парагрипп вирустары – 16,6%, аденовирустар – 16,5%, башҡа вирустар 30% тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1132840-v-bashkirii-epidemporog-po-orvi-prevyshen-na-31/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть