Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↓

EUR 75.21 ↑

25 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәйҙә килемгә һалымдың артыуы ихтимал

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина бахшиева/.

Рәсәй Хөкүмәте килемгә һалымды 13 проценттан 15 процентҡа тиклем арттырыу мөмкинлеген ҡарай, тип хәбәр итә «Известия».

Баҫма билдәләүенсә, төрлө саралар тикшерелә, ләкин уларҙың барыһы ла тәҡдимдәр генә.

Беренсе вице-премьер Игорь Шувалов һәм Финанс министрлығы вәкилдәре комментарий биреүҙән баш тартҡан.

Баҫма НДФЛ артасағы хаҡында ғинуар айында уҡ хәбәр иткәйне, әммә ҡарар ҡабул ителмәне. Ул саҡта Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов бындай аҙымдарға ҡаршы булыуын белдерҙе. Кремлдә әйтеүҙәренсә, әлегә бер ниндәй ҙә ҡарарҙар ҡабул ителмәй.

21 мартта ил хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев Рәсәй һалым системаһын «көйләү» кәрәклеге тураһында белдерҙе. Һәр һалым системаһы үҙ-ара бәйле бурыстарҙы башҡара. Бер яҡтан — бюджетты тулыландыра, икенсенән структуралы үҫешкә булышлыҡ итергә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1132906-v-rossii-mozhet-vyrasti-podokhodnyy-nalog/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть