Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Forbes Рәсәйҙәге иң ышаныслы банктар исемлеген төҙөгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Росбанк, Юникредит банкы, Райффайзенбанк – сит ил банкттары бүлексәләре Рәсәйҙәге 100 иң ышаныслы банк рейтингын етәкләй – 2018 йылғы Forbes журналы. Былтыр рейтингты етәкләгән Һаҡлыҡ банкы быйыл дүртенсе баҫҡысты биләй, тип хәбәр иттә ТАСС агентлығы.

«Банктың Forbes журналы рейтингында юғары урында булыуы аҡса һалыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә уға таяныу мөмкинлеген иҫбатлай. Бөтә банктар – Рәсәй банкының финанс бүлеге алып барған таҙартыу эштәрен үткән былтырғы ышаныс рейтингында ҡатнашыусылар (былтыр 50-ләгән лицензия тартып алынған)», — тип билдәләй Forbes.

Иң ышаныслылар категорияһына бөтәһе 13 банк ингән, бер йыл алдан улар 11 булған. Уға BBB- һәм BB+ (Fitch) рейтингы менән сит ил банктары бүлексәләре һәм ҙур-ҙур Рәсәй банктары ингән.

Был төркөмдә бишенсе баҫҡыстан 13-сөгә тиклем Ситибанк, «Нордеа», ВТБ, Bank of China, «Интеза», Газпромбанк, Альфа-банк, Россельхозбанк һәм «Рәсәй капиталы» банкы тора. Өҫтәүенә «Нордеа» һәм «Рәсәй капиталы» банкы был категорияға тәүгә эләккән.

Икенсе төркөмгә «имен эшлекле мөхиткә бәйле» BB һәм BB- (Fitch) рейтингы менән 19 ышаныслы ғына банк ингән.

«Иҡтисади шарттар насарайған хәлдә лә уларҙың йөкләмәләрҙе үтәү өсөн алмаш финас ресурстары бар», — тип айырып әйтте баҫма.

Улар араһында — Бөтә Рәсәй төбәктәр үҫеше банкы, ОТП Банк, «Зенит», АБ Рәсәй, Мәскәү кредит банкы, Совкомбанк, Росевробанк, Челиндбанк, Тинькофф Банк, «Аверс», «Санкт-Петербург банкы».

http://www.bashinform.ru/news/1133017-forbes-sostavil-reyting-samykh-nadezhnykh-rossiyskikh-bankov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть