Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↓

EUR 75.21 ↑

25 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан ЮХХДИ республика халҡын юлдарҙа иғтибарлы булырға саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Һауа торошоноң насарайыуы менән бәйле Башҡортостан ЮХХДИ водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.

«Күпләп ҡар яуыу һөҙөмтәһендә юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде һәм боҙлауыҡ күҙәтелә, ул транспорт хәрәкәтен ҡатмарлаштыра. Бөтә автомобилселәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡырабыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә тәү сиратта кеше факторы тәьҫир итә. Сөнки нәҡ хәүефһеҙ хәрәкәт тиҙлеген һайлауҙан, арауыҡты һәм ҡабырға яҡтағы араны тотоуҙан һеҙҙең именлегегеҙ тора. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, һеҙ кире эҙемтәләрҙән һәм юлда бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлана алаһығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте республика халҡына Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 22, 23 һәм 24 мартта республика буйынса күпләп ҡар һәм ямғыр яуыуы, көндөҙ һауа температураһының +3 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә. Айырым райондарҙа синоптиктар боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүен, юлдарға көрт һалыуын, ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуын фаразлай.

http://www.bashinform.ru/news/1132984-gibdd-bashkirii-obratilas-k-zhitelyam-respubliki-s-prizyvom-byt-predelno-vnimatelnymi-na-dorogakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть