Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләме аталды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республикала февраль өсөн эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләмен атаны. Ғинуар менән сағыштырғанда ул бер аҙға кәмегән һәм 4 033 һум тәшкил итә, йәғни эшкә һәләтле халыҡ өсөн иң түбән йәшәү дәүмәленән 43,9 процент.

Республикала иң түбән кимәлдә эшһеҙлек буйынса пособие алыусылар 34,1 процент тәшкил иткән, иң ҙурын алыусылар – 53,3 процент.

Йыл башынан Башҡортостанда йәшәүсе 8,2 меңгә яҡын кешегә эшһеҙ статусы бирелгән.

1 мартҡа рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 22,5 мең кешегә еткән. Уларҙың 59 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Эшһеҙҙәрҙең 56 проценттан күберәге – ҡала халҡы. Дөйөм эшһеҙҙәр иҫәбенән яртыһы тиерлек урта һәм башланғыс профессиональ белемгә эйә.

http://www.bashinform.ru/news/1132948-v-bashkirii-nazvan-sredniy-razmer-posobiya-po-bezrabotitse/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть