Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Төньяҡ полюста «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектында еңеүселәрҙең исемдәре яҙылған флагты ҡуялар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектында еңеүселәрҙең һәм партнерҙарҙың исемдәре менән флагты Төньяҡ полюста ҡуйырға ниәтләйҙәр. Ошо көндәрҙә Барнео поляр станцияһына Рәсәй космонавтары отряды осто, уларға проект символы тапшырылған да инде. Проект етәксеһе Наил Мәхмүтов хәбәр итеүенсә, был республика рәссамдарының исемдәрен һәм ижадын популярлаштырыу маҡсатында эшләнә.

Шулай уҡ арт-проектта ҡатнашыусылар Башҡортостан райондары буйлап сәфәрен дауам итә.

«Стәрлебаш, Иглин ауылдарына булдылар, Федоровка һәм Красноусол ауылдарына, Бәләбәй ҡалаһына сәфәр ҡылыу күҙаллана. Урындарҙа күргәҙмәләр ойошторола, ижади кисәләр үтә. Беҙҙең менән эстрада йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова һәм Ғәли Алтынбаев, автор-башҡарыусы Рәмил Бәҙәмшин бара, улар концерттар менән сығыш яһай», — тип асыҡланы Наил Мәхмүтов.

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты 2018 йылда форматын киңәйтте – уға «Скульпторҙар», «Графиктар», «Фоторәссамдар» һәм «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары» кеүек яңы жанрҙар инде. Жюри составы ла артты. Яңы номинациялар буйынса эксперттар иҫәбенә сәнғәт белгесе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы һәм Сәнғәт белгестәре ассоциацияһы ағзаһы Ирина Оськина, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Гөлназ Ҡолһарина, техник фәндәр кандидаты, «Туған тел» телеканалы директоры Азат Вәхитов инде.

http://www.bashinform.ru/news/1132862-flag-s-imenami-pobediteley-proekta-lyubimye-khudozhniki-bashkirii-ustanovyat-na-severnom-polyuse/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть