Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламентарийҙары республика Хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһында отчет тыңлай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республика парламентының сираттағы 51-се ултырышы асылды. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район башлыҡтары, ҙур предприятие етәкселәре ҡатнаша.

Тәүҙә республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһай. Шулай уҡ депутаттар Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2017 йылда республикала гражданиндың хоҡуғын, иркен яҡлау тураһында докладын тыңларға һәм тикшерергә ниәтләй.

Ултырыш барышында парламент «2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерергә тейеш. Был төҙәтмә бынан алда раҫланған бюджет ассигнованиеларын ҡабаттан бүлеү менән бәйле.

Ултырыш барышында депутаттар «Халыҡ художество кәсептәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Мәҙәниәт тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 36-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында»  Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 121-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм башҡа закон проекттарын ҡарай.

http://www.bashinform.ru/news/1132616-parlamentarii-bashkirii-zaslushivayut-otchet-o-deyatelnosti-pravitelstva-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть