Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ирекмәндәре Европалағы «Вики-яҙ 2018» марафонында ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ғәҙәттәгесә 21 мартта, быйыл иһә дүртенсе тапҡыр, Wikimedia CEE Spring 2018 халыҡ-ара марафоны – Үҙәк һәм Көнсығыш Европа википедистарының ошо илдәр хаҡында Википедия мәҡәләләре яҙыу буйынса уртаҡ проекты башланып китте. Абруйлы марафонда популяр интернет-энциклопедияның башҡорт бүлеге ирекмәндәре лә ҡатнаша. Марафон 31 майҙа тамамлана.

«Был ижади марафонда өсөнсө йыл ҡатнашабыҙ. Ул Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәрҙе Википедия уҡыусылары өсөн Европа халыҡтары телдәрендә таратыу өсөн бик шәп майҙансыҡ булып тора. Алдағы ике марафонда 26 тел бүлеге ирекмәндәре республикабыҙ хаҡында 638 мәҡәлә яҙҙы, уларҙан «Салауат Юлаев» — 20, «Земфира» — 19, «Урал батыр» — туғыҙ, «Башҡорт аты» мәҡәләләре ете телдә сыҡты. Быйыл марафон сиктәрендә яҙылған мәҡәләләр һаны меңдән артыр тип ышанабыҙ.

Башҡорт бүлеге ирекмәндәре ике йылда Европа илдәре хаҡында 718 мәҡәлә яҙҙы. Был марафонда шулай уҡ мәҡәләләр һаны меңдән ашыр тигән ихтималлыҡ бар», — тип аңлатты Википедияның башҡорт бүлеге администраторы Рөстәм Нурыев.

Башҡорт ирекмәндәре шулай уҡ «Башҡортостан 100» халыҡ-ара марафонының дүртенсе этабын үткәрә, ул 21 февралдә башланып китте һәм 31 майға тиклем дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1132604-volontery-iz-bashkortostana-uchastvuyut-v-evropeyskoy-viki-vesne-2018/

Теги: википедия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть