Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй Хөкүмәте ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың табышын тигеҙләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Хөкүмәте ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтендә Милли стратегия ғәмәлдәрен тормошҡа ашырыу планын раҫланы. Бойороҡҡа Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе буйынса, шул иҫәптән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар табышында айырманы ҡыҫҡартыу, ҡатын-ҡыҙ-чиновниктарҙың һәм сәйәсмәндәрҙең иҫәбен арттырыу, ирекһеҙләү кимәлен кәметеү өсөн шарттар булдырыласаҡ.

Бынан тыш, «ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнмәгән» профессиялар исемлеге ҡайтанан ҡараласаҡ һәм ярайһы уҡ ҙур булмаған енәйәттәр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн язаны йомшартыу варианттары тикшереләсәк.

Планды ғәмәлгә ашырыу өсөн контроль Хеҙмәт министрлығына йөкмәтелгән. Ведомство хөкүмәткә ай һайын отчет бирәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1132822-pravitelstvo-rossii-uravnyaet-dokhody-muzhchin-i-zhenshchin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть