Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Тәбиғи дарыу саралары етештереү буйынса проектты тормошҡа ашырыу ярҙамында төбәктә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Нуриман районының Красная Горка ауылында дарыу үләндәренән һәм емеш-еләк сеймалынан продукция етештереү буйынса проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул республиканың төньяҡ-көнсығыш, Урал аръяғы райондарында индерелгән проект идаралығы нигеҙҙәрендә ғәмәлгә ашырыла. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.

«Яңы етештереү урыны ярҙамында республикала файҙалы һәм тәбиғи дарыу саралары етештереләсәк, ә ауылда яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк», – тине Нуриман районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Әхийәрова.

Проект ағымдағы йылдың ғинуарында эшләй башланы һәм иҡтисадҡа алдан эшләтә башламаған ресурстарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дарыу үләндәре әҙерләү, киптереү һәм фасовкалау буйынса яңы предприятие асып булды. Етештереү урыны сеймал эшкәртеү буйынса 40 эш урынына иҫәпләнгән. Проект ауылда дарыу сеймалы йыйыусыларҙы килем менән тәьмин итәсәк. Йыйыу һәм эшкәртеү миҙгеле апрелдә башлана инде һәм октябрь аҙағынаса дауам итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1132792-blagodarya-realizatsii-proekta-po-proizvodstvu-naturalnykh-lekarstvennykh-trav-v-bashkirii-poyavyats/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть