Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Өфө егете Всеволод Мартынов сноуборд буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Ҡазанда сноуборд буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Ярыштарҙа илдең 17 төбәгенән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостандан 15 сноубордсы сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ярыштар «параллель слалом-гигант», «параллель слалом» һәм «сноуборд-кросс» кеүек дисциплиналарҙа уҙҙы.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 20 мартта «параллель слалом» дисциплинаһында миҙалдар уйнатылды. Унда үҫмерҙәр араһында Өфөнөң тау саңғыһы спорты буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе муниципаль автономлы учреждениеһы тәрбиәләнеүсеһе Всеволод Мартынов еңеү яуланы.

http://www.bashinform.ru/news/1132782-ufimets-vsevolod-martynov-pobedil-v-pervenstve-rossii-po-snoubordu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть