Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 2018 йылда «Ҡашҡаҙан» паркы һәм «Тулҡын» скверы төҙөкләндерелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья  Петрова/.

Өфөлә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды. Тауыш биреү 18 мартта, Рәсәй Президентын һайлау көнөндә, 20 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән 24 ҡалала һәм ҡала биләмәһендә уҙҙы.

Ҡала халҡы тәү сиратта финансланырға тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайланы. Яҡынса йомғаҡтар яһалған да инде. Башҡортостандың баш ҡалаһында тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкән 450 мең кеше ҡатнашҡан, был унда ҡатнаша алғандарҙың 54%.

Иң күп тауышты «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү проекты йыйған (1-се фото) — уның өсөн 103 196 кеше тауыш биргән. Икенсе урында «Тулҡын» скверы (2-се фото) — Затондағы скверҙы 86 907 кеше һайлаған.

«Ҡашҡаҙан» паркын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы 2017 йылда башланғайны. Хәҙер бында волейбол майҙансығы, тамашасылар өсөн трибуналар, тренажерҙар, велосипед юлдары менән спорт майҙансыҡтары булырға тейеш. Шулай уҡ тротуарҙың япмаһын алмаштырыу, ағастар ултыртыу һәм яр буйын төҙөкләндереү ҡаралған.

«Тулҡын» скверында фонарҙар, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу, шулай уҡ велосипед юлдары, урам ҡаласығы, скейт-парк, волейбол майҙансығы, футбол майҙаны күҙаллана.

Ҡалған тауыштар түбәндәгесә: Иван Яҡутов исемендәге парк — 86 344 тауыш, Максим Рыльский урамы — 84 432, Өфө йылғаһы буйы — 82 571, «Нефтехимиктар» мәҙәниәт һәм ял паркы — 81 337, «Беренсе Май» паркы — 78 979, Непейцев дендропаркы — 57 486, «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркы— 34 029, «Таш йылға» скверы — 33 091. Был биләмәләр ҙә 2018-2022 йылдарға иҫәпләнгән «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһына индерелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1132643-v-ufe-v-2018-godu-blagoustroyat-park-kashkadan-i-skver-volna/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть