Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда йәш ғалимдар өсөн республика башлығы гранттары булдырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда юғары квалификациялы ғилми белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранттары булдырылды. Бөгөн республика Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов төбәк Хөкүмәте ултырышында тейешле положение менән таныштырҙы.

Документтың проекты республика етәксеһенең ҡушыуына һәм Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышы ҡарарҙарына ярашлы әҙерләнгән.

Тәҡдим ителгән программа Рәсәйҙә фәнде үҫтереүгә стимул биреүҙең яңы төрө булып тора. Был − көндөҙгө бүлектәге аспиранттар һәм 35 йәшкә тиклемге фән кандидаттары өсөн асыҡ конкурс. Йыл һайын 1-әр миллион һумлыҡ 30 грант булдырырға тәҡдим ителә: 15 грант − аспиранттар, 15-е йәш фән кандидаттары өсөн. Конкурс Башҡортостандың технологик башланғысы концепцияһында билдәләнгән ғилми һәм инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү йүнәлештәре буйынса уҙғарыла.

– Бөтәһе 30 грант булырға тейеш. Тимәк, йәш белгестәребеҙ донъялағы абруйлы фәнни учреждениеларҙа һәм университеттарҙа белем алыу мөмкинлегенә эйә булһын өсөн 30 миллион һум аҡса йүнәлтәбеҙ. Бының һөҙөмтәһе булырына ышанам, – тине төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә күп тармаҡтар буйынса яңы, сағыу, компетентлы белгестәр кәрәк. 30 кеше республикабыҙ өсөн күп тә түгелдер, бәлки, ләкин әлегә етерлек. 2018 йылда ошо схеманы ҡулланып ҡарарбыҙ. Артабан, әгәр барыһы ла һәйбәт булһа, гранттар һанын да арттырырбыҙ. Ул саҡта 30 ғына түгел, 50 йәки 10 кеше булыуы мөмкин.

Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, проекттың маҡсаты – аспиранттар һәм фән кандидаттары араһынан донъя кимәлендәге тикшереүҙәрҙе башҡарырға һәләтле юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү, шулай уҡ Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән талантлы йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү.

Башҡортостан башлығы махсус комиссияһы төҙөргә, грантҡа дәғүә иткән кандидаттарҙы һайлап алырға һәм тәҡдим ителгән эштәргә эксперттар баһаһын бирергә ҡушты. Киләһе йылдың башында йәш ғалимдар тәүге гранттарын алырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1132659-v-bashkortostane-uchrezhdeny-granty-glavy-respubliki-dlya-molodykh-uchyenykh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть